- Әсәй, әсәкәйем, һиңә бынан һуң бер ҡасан да ҡайғы-хәсрәт килтермәм, - тине. Үҙе, әсәһенең ҡулы ҡыбырҙап китеүен күреп, ырғып торҙо. Өмөт менән ҡулдарына төбәлде. Шул саҡ әсәһенең ирендәре лә ҡыбырҙағандай итте. Әсәһе уны ишеткәнен Фәниә аңланы. Аҡ халатлы ҡатынды ҡосаҡлап алды ла: «Йәшәтегеҙ инде әсәйемде, үтенеп һорайым Һеҙҙән», - тине.

***

Фәниәнең әсәһе менән атаһы һаман да дауаханала ята. Ҡустыһы бигерәк һағына уларҙы. Ике-өс көн һайын: «Апай, әйҙә дауаханаға барайыҡ», - ти ҙә тора. Баралар. Фәниә белә хәҙер ата-әсә ҡәҙерен. Уларҙың йәшәү өсөн батырҙарса көрәшеүен күреп һоҡлана ла, йәлләй ҙә. Үҙен әрләй. Ул да бит йәшәү менән үлем араһында булды. Тәне наркотик талап итте, ә йәне ҡаршылашты. Етмәһә, элекке наркоман дуҫтары тынғы бирмәне, үҙҙәренә саҡырҙы. Түҙмәй, сыҡҡы килгән саҡтары ла булды. Мөнирә Әпсәләм ҡыҙына рәхмәт. Уларға көн һайын тип әйтерлек килеп йөрөнө. Уның бына-бына килеп керер һымаҡ булып тороуы Фәниәне хата аҙымдан һаҡланырға ярҙам итте. Түҙҙе. Тыйылды. Элекке ғәҙәтен ҡабатлаһа, ата-әсәһенең хәле тағы ла насарланыр һымаҡ тойолдо уға. Әмирҙе лә уйланы. Ул бер үҙе ни эшләр? Минән үрнәк алып, наркотиктар ҡуллана башлаһа, ата-әсәһе менән ни булыр?

Ошо һорауҙар уны тотто, көс бирҙе. Дауаханала ата-әсәһенә биргән вәғәҙәһен үтәне. Биш ай ғүмер биш йыллыҡ институтҡа торошло булды Фәниә өсөн.

Әсәһе һауығып сыҡҡас, шатланыуҙарын күрһәгеҙ икән Фәниә менән Әмирҙең! Түбәләре күккә тейҙе. Әсәләре эргәһендә өйөрөлөп йөрөнөләр. Аталары ун биш көнгә һуңлабыраҡ сыҡты. Ул ауырыраҡ үткәрҙе был фажиғәне. «Барыһына ла мин ғәйепле» тип ятҡас, ауырыуы оҙаҡҡа һуҙылды.

Бер нисә айҙан һуң Кәримә больницаға ҡабат барып эләкте. Балалар тыуҙырыу йортона. Фәниә менән Әмиргә ҡусты алып ҡайтты ул. «Авария ваҡытында ауырлы булған икән әсәйем, - тип уйланы Фәниә. – Мин тағы ла бер кешене ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанмын». Ул үҙ уйынан ҡурҡып, өшөп китте.

***

Бөтәһе лә яйлап элекке хәленә ҡайтты. Атай-әсәй һауыҡты. Фәниә, аллаға шөкөр, наркотиктарҙан ҡотолдо. Әмир етенсе синыфта уҡый. Бәләкәй Төхфәткә дүрт йәш булды. Фәниә медицина университетында икенсе курста уҡып йөрөй. Өфө һынлы Өфөнән өс аҙна һайын ҡайтып тора. Һағына бөтәһен дә: ата-әсәһен дә, туғандарын да, Мөнирә Әпсәләм ҡыҙын да. Буш ваҡытында ҡустылары менән мәж килә. Бигерәк тә, Төхфәт апаһы эргәһенән китмәй. Ҡыҙыҡһыныусан. Һорауҙар бирергә ярата. Бына әле лә:

- Апай, һиңә бер һорау бирәм, яуабын белерһеңме? – тип бәйләнә апаһына.

- Әйтеп ҡара һуң, бик ауыр булмаһа, белермен, - ти апаһы.

- Иң ҡурҡыныс һүҙ ниндәй һүҙ ул, әйт әле.

Фәниә был һорауҙы көтмәгәйне. Яуапты белһә лә әйтергә ашыҡманы. Ата-әсәһенә ҡарап алды ла: «Наркотик», - тине.

Рауил менән Кәримә, бер береһенә ҡарап, йылмайҙылар.

15.01. 2012 й., Сибай.

Юғалтыу

Нәсимә Хәбировна өсөнсө синыфта тәүге йыл эшләй. Балаларҙы ла белеп етмәй әле. Шуға ла йәмле сентябрь көндәренең береһендә уҡыусыларҙан «Минең атайым» тигән темаға инша яҙҙырып, уларҙың ғаиләләре хаҡында әкренләп мәғлүмәт тупларға булды.

Алһыу нимә тип яҙырға ла белмәне. Булмаған атаһы тураһында нимә яҙһын инде. Вағыраҡ хәрефтәр менән: «Минең атайым юҡ. Ул хәбәрһеҙ юғалды», - тип яҙҙы ла дәфтәрен башҡалар менән бер рәттән уҡытыусыға тапшырҙы.

Уҡытыусы, яҙыуҙы уҡығас, ҡыйын хәлдә ҡалды. «Ниңә ул теманы бирҙем икән?» - тип үкенде. Шулай ҙа Алһыуҙың атаһы тураһында белергә теләне. Дәрестән һуң, яйын килтереп, һорап ҡуйҙы:

- Алһыу, әйт әле, һинең атайың ҡайҙа, Афғанстандағы һуғышта юғалдымы әллә?

- Юҡ, һуғышта түгел, былай хәбәрһеҙ юғалды. Мин дә, әсәйем дә уның ҡайҙалығын белмәйбеҙ, - тине лә ҡыҙ илап ебәрҙе.

Уҡытыусының күҙҙәренә лә йәштәр тығылды. Тыныс тормошта хәбәрһеҙ юғалыу уға сәйер тойолдо.

- Улай булғас, ағайың тураһында яҙ, - тине ул, баланың иғибарын атаһынан ситкә күсерергә теләп.

- Ағайым да юҡ минең, - тине Алһыу бойоҡ ҡына. – Ғаиләлә берәү генәмен.

- Шулаймы ни? – уҡытыусы уҡыусыларын белмәүенә уңайһыҙланды. - Улай булғас, Алһыу, әйҙә, мин һиңә икенсе тема бирәйем. Шуға өйҙә инша яҙып кил. Һәйбәт килеп сыҡһа, биш ҡуйырмын.

- Ә ниндәй тема ул? – Алһыуҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды.

Уҡытыусы ауыр хәлдән сығыуҙарына ҡыуанып:

- «Ат менән Ай» тип атала, - тине. – Оҡшаймы?

- Оҡшай. Хатта бик оҡшай. Мин атты ла, айҙы ла яратам. Икенсе дәрескә яҙып килтерермен, – тине лә, әҙерәк уйланып торғас. - Ә әкиәт итеп яҙһаң буламы? – тип һораны.

- Була, була. Әкиәт ҡыҙығыраҡ та ул.

АлҺыуҙың әкиәте һәйбәт килеп сыҡты. Уҡытыусы уның менән бөтә синыфты таныштырҙы. Алһыу үҙе таҡта янына сығып ҡысҡырып уҡыны.

Әкиәттә һүҙ бер ат тураһында бара. Ул атаһын белмәгән. Ә уны бик күргеһе килгән. Эҙләгән. Әммә таба алмаған. Бер ваҡыт ул ҡанатлы толпарға әйләнгән дә Ерҙән Айға һикергән. Айҙан Ергә ҡарап атаһын эҙләгән. Атайымды тапмайынса Ергә төшмәйем тип һүҙ биргән. Әле булһа ул ат Айҙа йөрөй ти.

Алһыу уҡып бөттө лә берсә уҡытыусыһына, берсә иптәштәренә ҡараны. Улары ҡул сабып ебәрҙе. Әкиәт бөтәһенә лә оҡшаны.

***

Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу. Уға ике йәш булғанда, атаһы күрше Силәбе өлкәһенә эшкә киткән еренән ҡайтмаған. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Хәбәрһеҙ юғалған. Үҫә төшкәс, Алһыу эҙләп тә ҡарағайны, таба алманы. Шулай ҙа бер мөһим хәлде асыҡланы. Атаһы тере. Яңы ғаилә ҡороп, ҡайҙалыр йәшәп ята. Шуны белгәс, артабан эҙләүен туҡтатты. Әсәһе лә: «Ярай инде, ҡыҙым, үткәнде тергеҙеп, яраларҙы ҡуҙғытып йөрөмә. Һәйбәт йәшәйҙер, мохтаж булһа, үҙе килер ине. Уға бит беҙҙе табыу еңел. Йәшәгән урыныбыҙҙан күсенеп китмәгәнбеҙ», - тигәс, тынысланды. Әммә атаһын табыу уйынан төңөлмәне.

Атай йылыһы етмәгәнгәме, Алһыу малайҙар менән уйнап үҫте. Хатта туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Өфөгә барып, педагогика училищеһының технология бүлегенә уҡырға инде. Сөнки бында башҡа бүлектәргә ҡарағанда егеттәр күберәк ине.

Педучилищела уҡығанда Алһыу тәрбиә сәғәттәрен көтөп ала торғайны. Төркөм етәксеһе Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы, ҡыҙҙарҙы егеттәрҙән айырып, тормошсан темаларға һөйләшеүҙәр ойоштора ине. Бигерәк тә, «Тормош иптәше ниндәй булырға тейеш?» тигән темаға үткәрелгән диспут ҡыҙҙың күңеленә һеңеп ҡалған.

- Һеҙгә, йәштәргә, был һорауға яуап эҙләргә, табырға кәрәк, - тип башлағайны Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы һүҙен. – Буласаҡ уҡытыусылар ҙа бит әле һеҙ. Йәш быуынды ғаилә тормошона әҙерләүҙә ҡатнашасаҡһығыҙ. Был һеҙҙең мөһим педагогик бурысығыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, әүҙем генә үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып ултырығыҙ.

Әллә төркөм етәксеһенең һәр һүҙен теүәл үтәп өйрәнгәнгәме, әллә тема үтә лә күңелгә яҡын булғанғамы, ҡыҙҙар, ысынлап та, әүҙемлек күрһәтте. Һәр кем буласаҡ иптәшенең сифаттарын һанап сыҡты. Хатта төҫ-һындарын да һүрәтләнеләр. Алһыу тәүҙә артыҡ ҡатнашмай, башҡаларҙы тыңлабыраҡ ултырһа ла аҙаҡ әүҙемләнде. Бәхәскә керҙе. Һуңынан, йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһауҙы уҡытыусы уға йөкмәткәс тә, юғалып ҡалманы. Иптәштәренең фекерҙәрен дөйөмләштереп ҡуйҙы ла үҙенең буласаҡ иптәшен һүрәтләүгә күсте. «Минең тормош иптәшем егәрле, тырыш, бөхтә, талапсан, көслө, ҡыйыу, эсмәгән, тартмаған, ғаиләһен, ҡатынын, балаларын яратҡан кеше булырға тейеш, - тип башланы ул. - Төҫ-һыны мөһабәт, ашағанда ҡолағы һелкенеп, эшләгәндә йөрәге елкенеп торһон. Мин шундай кешегә кейәүгә сығырға теләр инем».

Ҡыҙҙар ҡеүәтләп ҡул сабып ебәрҙе. Сәлимә Миҙхәтовнаға ла оҡшаны уның һүҙҙәре. Ул ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө лә: «Амин шулай булһын», - тине.

***

Диспутта тормош иптәшенең идеал образын тыуҙырыу ҡыйын түгел дә ул. Ә бына тормошта ундай кешене табыу ауыр икән. Алһыу хыялында йөрөткән егетте педучилищены тамамлағансы осратманы. Уҡыуҙы бөтөрөп, ауылға эшкә ҡайтҡас, тап итте ул уны.

Бер көндө әхирәте көсләй-көсләй дискотекаға алып барғайны. Шунда аҡ салбар, аҡ күлдәк, эшләпә кейгән, ҡыҙыл галстук таҡҡан, буй-һыны менән башҡаларҙан айырылып торған бер егетте күреп ҡалды. Алһыу үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо. «Ул да баһа, - тип уйланы, – мин хыялланған, эҙләгән егет». Түҙмәй әхирәтенән: